Translation is not possible.

Әүлиәләр ҡайҙа?

Ни эшләп әүлиәләр күренмәй? (Шәйех Мехмет әфәнде).

أَلَا إِنَّ أَوْلِيَاءَ اللَّهِ لَا خَوْفٌ عَلَيْهِمْ وَلَا هُمْ يَحْزَنُونَ

«Ә ләә иннә әүлийәә ә-ллааһи ләә хауфүн ғәләйһим үә ләә һүм йәхзәнүүн».

«Аллаһының дуҫтары бер нәмәнән дә ҡурҡмай (көйөнмәй) һәм хәүеф белмәҫ». Юныс (10) сүрәһе, 62 аят.

Аллаһы Үҙенең һөйгән дуҫтары хаҡында – улар ысынында инандылар һәм Аллаһынан ҡурҡыусылар. Әүлиәләр Аллаһыға иман килтереүселәр һәм Унан ҡурҡыусылар. Беҙҙең хәҙерге ваҡытта әүлиәләр йәшерен һәм һирәктәрен генә күрергә мөмкин, улар үҙҙәрен белдермәй. Элекке ваҡытта әүлиәләр билдәле ихлас иманлы кешеләр ине, быларҙы халыҡ еңел ҡабул итеп, улар артынан эйәрҙеләр.

Элекке заманда хәҙерге ваҡыттағы һымаҡ бола булманы. Хәҙер кешеләр бөтә нәмәнелә инҡар итәләр, хатта был етди барлыҡ булһала уларға барыбер. Бөгөн кешеләргә өмөтһөҙлөктө һеңдерәләр, имандарынан яҙҙыралар. Был Аллаһ әйткәненә ҡаршы килә.

«Бисмилләһир-рахманир-рахим»

قُلْ يَا عِبَادِيَ الَّذِينَ أَسْرَفُوا عَلَى أَنفُسِهِمْ لَا تَقْنَطُوا مِن رَّحْمَةِ اللَّهِ إِنَّ اللَّهَ يَغْفِرُ الذُّنُوبَ جَمِيعًا إِنَّهُ هُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ

«Ҡуль йәә ғибәәдийә-лләҙиинә әсрафүү ғәләә әң-фүсиһим ләә тәҡнәтуу мир-рахмәти-лләәһи иннә-ллааһа йағфиру-ҙҙүнүүбә джәмииғән иннәһү һүүәл-ғафүүру-ррахиим».

«Аллаһының рәхимлегенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, ысынлап та Аллаһы бөтә гонаһтарығыҙҙы тотош ғәфү итә. Ул ярлыҡаусы. Рәхимле бит!». 39 сүрә, 53 аят. Беҙҙең пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әгәр һеҙ гонаһлар эшләмәһәгеҙ, Раббыбыҙ бындай гонаһ эшләгән кешеләрҙе барлыҡҡа килтерер ине һәм улар тәүбә итеүҙе һорарҙар ине һәм Аллаһ уларҙы ғәфү итәр ине. Бына ни тиклем мәрхәмәтле һәм бөйөк Аллаһ».

Кешеләр үҙ уйҙарынан сығып һөйләйҙәр һәм динебеҙгә яңылыҡтар индерәләр, һәм беҙгә һеҙ дингә бидғәт индерәгеҙ тиҙәр. Аллаһҡа маҡтауҙар булһын, беҙ Раббыбыҙ ҡушҡанды ғына үтәйбеҙ һәм Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм юлынан ғына барабыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Кешеләргә уңайлы хәбәрҙәр еткерегеҙ һәм ерәнеү тойғолары булдырып, уларҙы диндән ҡасырмағыҙ», тигән. Был хәҙистә бөтә нәмәне лә еңел ҡылып, яҡшы яҡтан һөйләп, кешеләрҙе өмөтһөҙлөктә ҡалдырмағыҙ тиелә.

Аллаһ Үҙен бөтә нәмәне ғәфү итеүсе ти, Аллаһынан башҡа бер кемдә былай гонаһларҙы кисермәй. Әммә был бәндәләр киреһен һөйләй. Ике көн элек Джакарта ҡалаһында шуны ишеттек: улар үҙҙәренең йәмғиәтенә диндә һәм хәҙистәрҙә, Ҡөръәндә булмаған әкәмәт һөйләйҙәр.

Улар әйтәләр: «Ҡөръәнде тик ҡырҡа тәджвидтә уҡыр кәрәк, һәр бер өңдө дөрөҫ әйтеп», тиҙәр. Әммә, һәр бер кем быны эшләй алмай бит, ҡайһы бер милләттә ниндәйҙер өңдәр юҡ, миҫалға бында икенсе хәрефтәр әйтәләр: «Әсхәдү ән лә иләһә илләллаһ». Улар икенсе төрлө әйтә алмайҙар, «Әшһәдү ән лә иләһә илләллаһ» тиеп. Улар беренсе мөәзин Билал аҙан әйткән һымаҡ уҡыр кәрәк тиҙәр, ләкин бөтә кешеләрҙә дөрөҫ әйтә алмауҙары, быны эшләй алмауҙары мөмкин. Ә улар әйтәләр: «Әгәр һеҙ шулай дөрөҫ уҡый алмаһағыҙ – йәһәннәмгә китәсәкһегеҙ», тиҙәр. Йәһәннәм улар өсөн дин – әммә динебеҙ уларҙың үҙ мәгәзиндәре түгел, ҡайҙа улар үҙ тәртиптәрен ҡуя алалар. Һәм бынан һуң улар кешеләргә һеҙ мөшриктәр, тиҙәр.

Аллаһ һәм пәйғәмбәребеҙ улар менән ҡәнәғәт түгел, улар диндә булмағанды һөйләйҙәр. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм беҙгә һәм өммәтебеҙгә Ҡөръәнде нисек хәлегеҙҙән килә, шулай уҡығыҙ тигән, сөнки һеҙҙең хаталарығыҙҙы төҙәтеп барған фәрештәләр бар. Хатта күпселек ғәрәптәр тәджвид белмәйҙәр, улар уҡыу ҡәғиҙәләрен белмәй, тик былай ғына уҡый беләләр. Уларҙың күптәре теш араһынан сыҡҡан «ҙ» урынына «з» тиҙәр. Әммә Аллаһ үҙенең һөйгәндәренә бының өсөн фәрештәләр барлыҡҡа килтерҙем тигән. Аллаһ Тәғәлә фәрештәләрен барлыҡа килтереүҙән бер ҙә туҡтамай, шуларҙың ҡайһы берҙәре мосолмандарҙың Ҡөръән уҡыған ваҡыттарында хаталарын төҙәтеп торалар. Улар уҡығандағы хаталарҙы ауыҙҙан сыҡмаҫ борон уҡ төҙәтеп, уны Аллаһ янына камил хәлдә еткерәләр. Аллаһҡа маҡтау булһын, бына бит беҙ нисек уңдыҡ, ниндәй бәхетле кешеләрбеҙ, әһле әс-сүннә джәмәғә юлындабыҙ.

Күп халыҡ бик тырыша, күп көс һалалар һәм ахырҙың аҙағында улар икенсе юл менән барғандар икән һәм бының менән Аллаһ Тәғәлә лә, пәйғәмбәрҙә риза түгел икән. Аллаһ диндә булмаған нәмәләрҙе эшләргә ҡушмай. Ҡөръәндә был турала бер аят бар, Аллаһ ҡушылмаған һүҙҙәрҙе һөйләгәндәрҙе ҡарғай, был хәрәм эш һәм тыйылғандар тураһында быны эшләргә ярай тиҙәр.

Беҙҙең ваҡытта бындай кешеләр күп, улар тураһында пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Улар Ҡөръәнде лә яттан беләләр, бөтә хәҙистәр менән дә таныштар, әммә был нәмәләр уларҙың телендә генә. Ә йөрәктәрендә юҡ». Бындай кешеләр Исламды тиҙ ташлайҙар, йәйәнән уҡ осоп сыҡҡан һымаҡ.

Беҙ шундай заманда йәшәбеҙ, Исламдан һуң бер ниндәйҙә иман булмаҫ, әгәр һеҙ үҙ төшөнөүегеҙҙән сығып эш итһәгеҙ, инаныуығыҙҙы ла, иманығыҙҙы юғалтырһығыҙ. Был бик ҡурҡыныс, беҙ шул хаҡта әйткәйнек бит әле: беҙ шундай заманда йәшәйбеҙ, әүлиәләр үҙҙәрен күрһәтмәгән мәлдә.

Әлбиттә Аллаһ һәр нәмәгә үҙ ваҡытын ҡуйған, шундай әйтем бар: «Беҙ фаразлай ғына алабыҙ, ә быға тик Аллаһ ғына хужа, Уның тәҡдирендә». Донъяла бик күп нәмә беҙ теләгәнсә бармай. Аллаһ биргәнде генә беҙ алырға тейешбеҙ. Беҙҙең заман — бола заман, шуға ла әүлиәләр хәҙер йәшерен хәлдә. Боронғо ваҡытта кешеләр меңләгән әүлиәләрҙе күрер ине. Шуларҙың береһе Сумбуль Синан ине, Стамбулда йәшәне һәм уның бер Хасип әфәнде тигән мюриде булды. Ул Стамбулдан алыҫта Турцияның Анатолия үҙәгендә йәшәне. Ул бер мәл үҙ мәгәзинем булды тип һөйләгән. Мин үҙем тапҡан ризығыма ҡараным һәм башҡаларҙыҡы менән ҡыҙыҡһынманым, тигән. Һәр кемдең тауар кибеты булды, үҙ табышы, һәр кем бәхетле ине, бер кемдә бер-береһенән көнләшмәй ине. Хужалар иртәнге намаҙҙан һуң килә торғандар ине һәм берәйһе доға уҡығас, шул бәрәкәт менән эшкә керешәләр ине. Элекке ваҡытта шулай ине, хәҙерҙә ҡайһы бер алыҫ райондарҙа был йола һаҡланған. Кемдәр унда эшләй – былар ғәҙел, көнләшә белмәгән кешеләр. Быларҙың күптәре, әгәр уларға икенсе(сираттағы) тауар һатып алыусы килһә, уға минең күршемә барығыҙ, тип әйткәндәр, уның һатып алыусыһы булманы әле тип. Уның мәгәзиненә барығыҙ, был шулай булды, улар бәхет өләштеләр, сөнки элекке ваҡытта кешеләр саф күңелле булдылар. Кемдәрҙер улар идиоттар тип уйлағандыр, былай ҡыланғастар, әммә ысынында улар аҡыллы кешеләр, сөнки бөтәһелә бәхетле булғанда һеҙҙә икеләтә бәхетлеһегеҙ. Әгәр башҡалар бәхетһеҙ булғанда һеҙҙә бәхетле түгел. Бәхет бөтәһе өсөн. Ул шуның өсөндә – бөтә кешеләр ҙә бәхетле булһын өсөн.

Был мюрид әйткән: «Мин үҙ мәгәзинемдә булғанда мәсеткә ашыҡҡан кешеләрҙе күрҙем. Мин ни булды тип һораным, ни эшләп унда йүгерәгеҙ тинем? Улар миңә унда бер әүлиә килде, ул шунда тамаша үткәрә, шуға беҙ шунда барабыҙ». Миндә шул мәсеткә ашыҡтым. Унда мин йөҙөнән нур килгән кешене күрҙем. Әнгәмәнән һуң мин шул тиклем көслө тәьҫоратта булдым, шуға уның шәкерте булыу теләге ҡабынды. Мин уның янына барып, ҡулын үпкәс һораным: «Һеҙҙең уҡыусығыҙ булғым килә», тинем. Ул әйтте: «Юҡ, һинең шәйехең мин түгел, ул әле юҡ, ул пәйҙә булғас, һин уны танырһың». Мин был әүлиәнең исемен белгем килде һәм уның шәкертенән һораным: «Шәйехеңден исеме кем?». Ул: «Был шәйех Хәбиб әфәнде», тине.

Шулайтып мин үҙемдең шәйехемдең килеүен көтә башланым. Ун биш йыл үҙ ҡаламда йәшәп, эшләп алғас, Стамбул ҡалаһына киттем һәм ул урында ла 15 йыл эшләп алдым. Әлеге осрашыуҙан һуң утыҙ йыл үткәс, был ҡалаға бик изге әүлиә килгәнен ишеттем. Һәм мин уға барғас, ул мине ҡаршы алды һәм шулай тип әйтте: «Хәтереңдәме? Утыҙ йыл элек шәйех Хәбиб әйтте бит һиңә, һинең шәйехең үҙеңде табыр тип». Мин ишеткәндән шаңҡыным һәм уның ысын әүлиә икәнен аңланым. Мин унан бәйғәт алдым һәм уның шәкерте булып киттем. Аҙаҡ ул мине бөтә нәмәгә өйрәтте һәм үҙенең хәлифе итте.

Үткән замандарҙа әүлиәләр кәрәмәттәрҙе асыҡ күрһәтә торғайнылар һәм быны бер кемдә кире ҡаҡмай торғайны. Әммә хәҙерге көндәге халыҡ быны кире ҡағып, әүлиәләр тураһында насар һөйләгәс, кешеләрҙең хәлдәре тәрәнгә китмәүен теләп, улар үҙҙәренең һәләттәрен йәшерәләр. Сөнки Аллаһ Тәғәлә әйткән: «Кемдә кем Минең яҡындарым менән дошманлыҡҡа керһә, Мин уларға һуғыш иғлан иттәм», тигән. Шул арҡала кешеләр үҙҙәренә зыян килтермәһендәр өсөн һәм өммәттәренә ҡарғыш төшмәһен өсөн, әүлиәләр үҙҙәрең һәләттәрен күрһәтмәйҙәр. Әммә ваҡыты еткәс, улар үҙҙәрен асыҡлаясаҡтар, сәйиддинә әл-Мәхди килеү менән улар һәләттәрен күрһәтәсәктәр, иншаАллаһ.

Беҙҙең хәҙерге көндәрҙә бар яҡта фетнә һәм һуғыштар бара, бомбалар шартлай. Быны тик Мәһди ғәләйһиссәләм генә туҡтата ала. ИншаАллаһ, ул тиҙҙән киләсәк һәм был боҙоҡлоҡто бөтөрәсәк. Хәҙер һәр көн килгән һайын донъялағы хәлдәр тәрәнәйә һәм быны Мәһди ғәләйһис-сәләм килеүе генә бөтөрәсәк. Аллаһ беҙгә уны тиҙерәк ебәрһен, иншаАллаһ. Беҙ был хәлдәр тиҙҙән булыр тип өмөтләнәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә быны яҡшы белә, Ул быны яҡынайтһын, сөнки Көнсығыштан алып Көнбайышҡа тиклем киҫкен мәсьәләләр барлыҡҡа килеп тора. Беҙ Фәләстанда һәм башҡа ерҙәрҙә, бар илдәрҙә мосолмандар яфа сиккәндәрен күрәбеҙ.

Әммә Аллаһ уларҙы ыҙа сиккәндәре өсөн бүләкләйәсәк, уларҙың ҡаза сиккәндәре бушҡа түгел, улар фатихалы һәм уның өсөн ҙур буласаҡ, иншаАллаһ.

Аллаһ бөтә мосолмандарғала һәм Ислам динебеҙгә ярҙам итһен, иншаАллаһ. Аллаһ сәййидинә Әл-Мәһдине беҙгә ебәрһен. ИншаАллаһ.

Сайт авторынан: Динебеҙҙә, ысынлап та, бик күп ҡаршылыҡтар килтереп хәҙистәрҙә, Ҡөръәндә булмаған нәмәләрҙе уйлап, кеше баштарын бутаусылар күп, беҙҙә шуларҙың ҡармаҡтарына ҡайһы бер осраҡтарҙа эләгәбеҙ. Теге йә был китапта шул һүҙҙе дөрөҫ уҡымаһаң, ул һүҙ «кеше» һүҙенән «эт» тигән мәғәнәгә әйләнәсәк, бының өсөн тамуҡ була. Йә иһә аҙан әйтергә манараға мөьмин булып менеп, ҡысҡырғас кафыр булып төшөрһөн, тигәндәре лә бар. Татар халҡы башҡорт «ҙ» хәрефен әйтә алмай һәм Ҡөръәндә күп осраҡта «з» тип уҡый. Ғәрәп грамматикаһын өйрәнеү һәм шул телдә Ҡөръән Кәримде уҡыу мотлаҡ түгел, бына хатта Дагестанда Ҡөръәнде ғәрәп яҙыуынан уҡый белмәгән бер Нәҡшбәндийә шәйехе бар. Был оло дәрәжәле исемде бушҡа бирмәйҙәр бит. Өҫтән әйтелгәндәрҙән сығып, Шәйех Мехмет әфәнде дөрөҫөн әйтә, был хаҡ һүҙҙәр. Шулай уҡ миҫалға, берәй көн ҡорбан салып туғандарын саҡырып Ҡөръән яттары уҡытам тигән кешеләргә, бындай ҡорбандар ҡабул булмай, сөнки ундай салыуҙар динебеҙҙә юҡ тип, әйтеүселәр булыр. Исраф тип, ҡысҡырыусылар ҙа булыр. Әммә бит хәҙистәргә ярашлы бар изге эштәр Аллаһ ризалығы өсөн — ниәттән тора бит. Шулай уҡ табын мәжлесендә лә юҡ-барға тырышыусылар күп, миҫалға: өҫтәлде ҡасан һөртөргә? Ҡалған ашты, һауыт-һабаны йыйып алғас йә иһә улар ултырһынмы? Хәҙистәрҙә ябай ғына итеп, ашап туйғас доға ҡылығыҙ тигән, Аллаһыға рәхмәтегеҙҙе еткерегеҙ тигән. Беҙ быны үҙ телебеҙҙә лә йәки ғәрәпсә лә ҡылырға була. Әлхәмдүлилләһи, тип әйтһәңдә зыяны юҡ.

Әүлиәләргә килгәндә улар беҙҙең араларҙа бар, быға шик юҡ. Бала саҡта, күңелебеҙ саф саҡта Мөжәүир хәҙрәттең бала сағындағы һымаҡ ямғырҙар яуҙырғандарыбыҙҙа бар бит. Тик донъяның боҙоҡлоғона, нәфсеһенә батып был һәләттәрҙе юғалтыҡ, Аллаһының изге ҡолдары булыр урынына, Уны онотоп, теләк, байлыҡ, аҡса ҡолоғон һайланыҡ. Әммә был шайтан әсирлегенә бирешмәгән, Аллаһының фатихаһын алған әүлиәләребеҙ араларыбыҙҙа бар. Улар беҙҙең уйҙарҙы уҡый беләләр, ваҡыты менән беҙҙе ыңғай яҡҡа йүнәлтәләр, ауырыуҙарыбыҙҙыла дауалайҙар. Икенсе диндән беҙҙең дингә күсеп, ҙур ҡалаларҙан ҡасып беҙҙең төпкөл ауылдарға барып төпләнгәндәрелә бар. Әүлиәләр һеҙгә һәр саҡ хаҡты ялғандан айырып, дөрөҫлөктө еткерергә тырышалар. Бар донъябыҙ ялғанға батҡан икәнен, улар аңлатырға теләй, ысынын еткерергә тырышалар, улар Аллаһынан башҡа бер нәмәнәндә ҡурҡмай, сөнки улар Раббыбыҙ һағы аҫтында. Элек сәсәндәребеҙ илебеҙҙең етешһеҙлектәрен, боҙоҡлоҡтарын, яманлыҡтарын, тирандарҙың сикһеҙ шашыуҙарын халыҡҡа еткерһә, хәҙер бик күп яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ, бер-береһенән көнләшеп, ил, түрә, уйлап сығарылған батырҙар, аҡсаға һатылған ялған патриотизм тураһында тик маҡтауҙар яҙып, бик күптәрҙең күңеленә, улар ишетергә теләгән һүҙҙәрҙе әйтеп, дан, ҡалай киҫәге, премия алырға теләгән ваҡыттарҙа әүлиәләребеҙ ни эшләп күренмәй? Илебеҙҙең боҙоҡ, ялған, алдаҡ сәйәсәте хәҙерге көндәрҙә экстрасенстәрҙе, шамандарҙы һәм башҡа уникаль кешеләрҙе үҙенең ҡаты ҡарамағына алып, улар менән үҙ файҙалары өсөн ҡуллана. Именлек, фсбның түрәләре әүлиәләрҙе үҙҙәренә йәлеп итмәһен өсөн Аллаһ уларҙы йәшерҙе. Үткән һәм алдағы быуаттарҙа Башҡортостаныбыҙҙа бик күп әүләиәләр булғаны бөтәбеҙгә лә билдәле бит. Уларҙың эшләгән мөғжизәләрендә кире ҡаҡмайбыҙ, сөнки ысынында улар быға һәләтле булған. Хәҙер бәндәләр күк ишелеп, ерҙе баҫһала – быға ышанмаҫ, Сөнки Аллаһ уларҙың күңелен ҡаты итте. Аллаһ Тәғәләнең дуҫтары булған әүлиәләр ошо беҙҙең боҙоҡ замандарҙан ҡасып, Аллаһының һағы аҫтына һыйынғастар, «С нами Бог» тип, ҡырылышта йөрөгән «мосолман»дарҙың дуҫтары булып шайтандар була инде һәм улар Иблискә хеҙмәт итеүселәр булып сыға.

Аллаһым һаҡлаһын беҙҙе был аҙашыуҙарҙан, арабыҙға тура юлды күрһәтеүселәрен ебәрһен, тип теләргә генә ҡала.

Send as a message
Share on my page
Share in the group